Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәк вәкилдәре эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Уңыш» ХI бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Өфөлә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ярҙамында эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Уңыш» ХI бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы уҙҙы.

Ун бер ҡатын-ҡыҙ — һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сауҙа, экология, ауыл хужалығы, йәмәғәт туҡланыуы, мәғариф, матурлыҡ һәм идара итеү өлкәләре вәкилдәре уның призерҙары булды.

Бәйгеселәрҙең ҡаҙаныштары дүрт номинация буйынса баһаланды: «Рәсәй эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарының иң яҡшы вәкиле», «Тормошомдағы уңышым», «Рәсәй эшлекле-ҡатын-ҡыҙҙарының белдереүе», «Ҡатын-ҡыҙ етәкләгән иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы». Шуның менән бергә хеҙмәткәрҙәр һаны, карьера үҫеше, милли проекттарҙа ҡатнашыу, шәхси социаль инновациялар, йәмәғәт йәки сәйәси ойошмаларҙа ҡатнашыу, хәйриәлек менән шөғөлләнеү кеүек критерийҙар иҫәпкә алынды.

Римма Еникееваның «Балалар өсөн бассейндар», Клара Төхвәтуллинаның «Бал ҡорто төшө», Гөлнара Абзалованың инглиз телен өйрәнеүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттары бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итте.

Конкурстың финалы 8 декабрҙә Мәскәүҙә уҙа. Рәсәйҙең иң яҡшы эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары «Алтын ҡош» премияһына эйә буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть