Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан 28 миллион һум аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды идараһы Башҡортостандың күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын хупланы.

Шуға ярашлы, республика дәүләт корпорацияһынан 28,03 миллион һум аҡса аласаҡ. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк 213,72 миллион һум өҫтәй. Был аҡса һигеҙ муниципаль берәмек биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы 53 йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелгән. Программаны тормошҡа ашырыу 6803 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть