9 декабрь, Йома

30 ноябрь 2015 йыл, 14:12

Баш ҡалала төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөнөң Ленин майҙанына төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды. Урман ҡупшыҡайының бейеклеге — 28 метр. Уны Благовещен районынан килтергәндәр, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Бына икенсе йыл Башҡортостандың баш ҡалаһында тере шыршы ҡуялар. Былтыр уның бейеклеге 30 метр ине, ул да Өфө балаларын шатландырырға Благовещен районынан килгәйне.

Бөгөн, 30 ноябрҙә, Өфө ҡалаһындағы «Горзеленхоз» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың төп шыршыһын биҙәй. Яҡын арала ҡаланың үҙәк майҙандарына Яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ.

Боҙ ҡаласыҡтарын асыу 25-27 декабргә билдәләнгән. Өфөлә бөтәһе 19 боҙ ҡаласығын төҙөү планлаштырыла. Хәүефһеҙлек нормалары буйынса уларҙың бейеклеге өлкәндәр өсөн — 2,5, балалар өсөн 1,5 метр тәшкил итәсәк. Ҡаласыҡтарҙы биҙәгәндә боҙло скульптураларҙың яҡтыртылышына баҫым яһаласаҡ. Яңы йыл композицияларында көнсығыш календары буйынса киләһе йылдың символы — Маймыл да сағылыш табасаҡ.