10 декабрь, Шәмбе

30 ноябрь 2015 йыл, 13:17

Владимир Путин Төркиәгә ҡаршы иҡтисади санкциялар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиәгә ҡаршы иҡтисади санкциялар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Документҡа ярашлы, илебеҙ биләмәһендә Төркиә тауарҙарының ҡайһы бер төрҙәрен индереүҙе күҙ уңында тотҡан тышҡы иҡтисади операцияларҙы ваҡытлыса сикләү индерелә. Уларҙың исемлеген Рәсәй Хөкүмәте билдәләйәсәк.

Санкциялар Рәсәйҙә хеҙмәттәр күрһәтеүсе төрөк компанияларына ла ҡағылды. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан эш биреүселәргә Төркиә  граждандарын эшкә йәлеп итеү тыйыла. Бынан тыш, туроператорҙарға һәм турагенттарға Төркиәгә юллама һатмаҫҡа кәңәш ителә.

«Известия» гәзите иҡтисади санкцияларҙың яҡынса исемлеген Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына яҡын булған сығанаҡтан алған. Хөкүмәт Төркиәнән эре мөгөҙлө мал, ҡош ите, ыҫланған ит, һөт һәм һөт продукцияһы, балыҡ, сәтләүек, еләк-емеш, йәшелсә индереүҙе тыйырға әҙер.

Тулы исемлек 1 декабргә тиклем баҫылып сығасаҡ.