10 декабрь, Шәмбе

30 ноябрь 2015 йыл, 12:20

«Йәшлек шоу»-2015» йәштәр фестивале еңеүселәрҙе билдәләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестиваленең Гран-приһын Учалы районынан Сәмиғулла Лоҡманов яуланы. Беренсе урынға Мәскәүҙән Эдуард Ғәббәсов лайыҡ булды. Икенселә — Дәүләкән районынан Айгөл Муллагилдина, өсөнсөлә — Стәрлетамаҡтан Гөлназ Йосопова.

«Иң яҡшы текст авторы» номинацияһында Гөлнур Ҡыуатова еңеп сыҡты, Илгиз Абдрахманов «Йыл йырсыһы» исемен алды. «Йыл асышы» — Илнур Рамазанов, «Йыл аранжировкалаусыһы» — Айҙар Хәмзин. Силәбелә ойошторолған Башҡорт Party «Йыл проекты» тип танылды, «Виртуаль йондоҙ» исемен Милена Зарипова яуланы. «Йыл клибы» — Е7Е-media студияһының медиапродукты, «Йыл йыры» — Ринат Ниғмәтуллиндың «Аяҡ аҫтында» композицияһы.

Фестивалдең гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Кисәне ике пар: Башҡорт драма театрының билдәле актеры Хөрмәтулла Үтәшев менән популяр башҡарыусы RNT Ринат Ниғмәтуллин, Башҡорт драма театры актрисаһы Римма Ҡаһарманова менән Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин алып барҙы. Жюри составында композитор Урал Иҙелбаев, ҡурайсы Роберт Юлдашев, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, продюсер, «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры урынбаҫары Айрат Мусин, продюсер һәм композитор Риф Арыҫланов, йырсы Радик Юлъяҡшин,  «Бүреләр» төркөмө лидеры Илшат Абдуллин, «Электролайн» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Айгуль Хужина эшләне.