6 декабрь, Шишәмбе

30 ноябрь 2015 йыл, 11:50

Өфөлә Вәхит Хызыровтың юбилей кисәһе була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 30 ноябрҙә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың юбилей кисәһе уҙғарыла. Программала Флүрә Килдейәрова, Индира Әсәҙуллина, юбилярҙың уҡыусылары Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов, «Метелица» ансамбле (художество етәксеһе Владимир Суханов), Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижеры Алһыу Хәбибуллина) һәм Башҡортостандың Милли симфоник оркестры (художество етәксеһе һәм баш дирижеры Раушан Яҡупов) ҡатнаша.

20 йылдан ашыу Вәхит Хызыровтың ижади тормошо Башҡорт дәүләт филармонияһы менән бәйле. Йырсының репертуары жанр яғынан үтә бай. Унда классиканан алып заманса эстрада йырҙары бар.

Вәхит Хызыров бик күп фестивалдәрҙә, мәҙәниәт көндәрендә ҡатнашҡан, Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә гастролгә сыҡҡан. Күп йылдар йыр бәйгеләрендә жюри ағзаһы, Өфө сәнғәт училищеһында белем бирә. «Ул үҙенсәлекле уҡытыусы, уның һәр уҡыусыһы — «берәмләп һатыла торған тауар», — тип билдәләнеләр Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Кисә барышында артистың «Улым» тип аталған китабының исем туйын уҙғарыу ҡаралған. Әле йыйынтыҡ баҫмаға әҙерләнә.

темалар: юбилей