6 декабрь, Шишәмбе

30 ноябрь 2015 йыл, 10:38

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы йәш депутаттар ассоциацияһы ағзалары һәм йәштәр форумы еңеүселәре менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 28 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Иглин районына эш сәфәре барышында Башҡортостандағы йәш депутаттар ассоциацияһы ағзалары һәм 2015 йылда йәштәр форумы еңеүселәре менән осрашты. Осрашыу район мәҙәниәт йортонда уҙҙы, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Республика етәкселеге ауыл тормошо мәсьәләләрен даими контролдә тота, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Ул кесаҙна Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ауыл ерендә демографик хәлдең насарайыуы хаҡында һөйләүен иҫкә төшөрҙө.

— Әгәр элек ауылда тыуым ҡалаға ҡарағанда ике тапҡырға юғарыраҡ булһа, бөгөн был һан күпкә кәмерәк. Ауылда халыҡ, эшләү өсөн мөмкинлектәр аҙая, — тине төбәк Башлығы. — Ауылдарҙа нисек уңайлы шарттар тыуҙырырға, нисек ресурстар йәлеп итергә? Кешеләр үҙҙәренә эш тапһын өсөн нимә эшләргә? «Үҙегеҙ эҙләгеҙ, нимә теләйһегеҙ, шуны эшләгеҙ» түгел, әлбиттә. Инициатива күрһәтеп, урындағы властың ярҙамына таянып, эш өсөн мөмкинлек булдырыу зарур. Ысынында иһә был — бик ҡатмарлы бурыс, сөнки кешеләрҙең фекерләүен, менталитетын үҙгәртергә кәрәк. Төрлө сәбәптәр буйынса ауыл халҡы дәүләт ярҙамына өмөтләнергә күнеккән. Күреп тораһығыҙ, ярҙам күрһәтеү ауырыраҡ, сөнки ресурстар юҡ – иҡтисад ҡыҫыла, килем кәмей. Бөгөн республикалағы табышлы эшләгән предприятиеларҙың өлөшө кәмене. Шулай ҙа беҙ ошо күрһәткес буйынса Рәсәйҙә беренсе-икенсе урынды биләйбеҙ. Иҡтисад еңел булмаған осор кисерә. Беҙ килеп тыуған хәлдән сығыу юлын эҙләйбеҙ. Беҙгә үҫеш кәрәк. Сәнәғәт етештереүе индексында, тулайым төбәк продуктында, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә алға китеш кәрәк.

Республика Башлығы йыйылыусыларҙы ауылдағы иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы, 10 айҙа ауыл хужалығы етештереүе үҫеше уҙған йылға ҡарата бер процент ҡына тәшкил иткән, тип билдәләне.

— Беҙ һөт етештереүҙе бер аҙ кәметтек. Быйыл уңыш ярайһы ғына һәйбәт – 3 миллион 200 мең тонна. Дәүләттең ауыл хужалығына ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, ҙур алға китеш юҡ. Бик күп кешеләр ауыл хужалығы етештереүенә йәлеп ителмәгән. Хеҙмәт етештереүе булмаһа, ресурстар ҙа юҡ. Аҡса булмағас, тормош сифаты, ҡыҙыҡһыныу ҙа юҡ, йәштәр ситкә китә. Беҙ ауылда, ҡалала, республикалағы тормошто яҡшыртыу өсөн эшләргә бурыслы. Эшмәкәрлекте дөрөҫ ойошторорға кәрәк, —  тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.