4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ноябрь 2015 йыл, 18:35

Баш ҡалала «Прайм-тайм» телевизион конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, «Башинформ» агентлығының конференц холында, «Прайм-тайм» телевизион конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов иң яҡшы эштәрҙең авторҙарына статуэткалар һәм дипломдар тапшырҙы.

Республика ҡала һәм райондарында 40-тан ашыу урындағы телерадиокомпания эшләй. Һөнәре буйынса иң яҡшыһы конкурсы улар араһында ойошторолдо. Билдәле журналистарҙан, телевизион берекмәләрҙең етәкселәренән торған жюри 10 компанияның эштәрен ҡараны һәм еңеүселәрҙе билдәләне.

Учалы телерадиостудияһы ижтимағи-сәйәси характерҙағы иң яҡшы материал өсөн бүләкләнде. «Салауат» телекомпанияһы — социаль-иҡтисади, Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы мәҙәни-рухи характерҙағы материал тәҡдим итте. Ҡалтасы районының киновидеоселтәре — республикала Әҙәбиәт йылын, Яңауыл телевидениеһы һәм радиоһы дәүләт, Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереү проблемаларын яҡтыртыу буйынса иң яҡшы материал менән шатландырҙы. «Салауат» телекомпанияһы операторы иң яҡшы оператор эше өсөн махсус бүләккә лайыҡ булды. Ҡырмыҫҡалы телевидениеһы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыуға арналған махсус репортажы өсөн «Еңеүҙең 70 йыллығы» номинацияһында еңеп сыҡты.

«Быйыл 160 самаһы эш тәҡдим ителде. Ҡатнашыусылар төрлө жанрҙа, төрлө телдә эшләй белгән кеүек был да бик ҡыуаныслы күренеш. Төбәк компанияларында кешеләр күп булмаһа ла, улар эшләргә лә, конкурсҡа әҙерләнергә лә өлгөрә. Сифат тураһында шуны әйтке килә: фестивалгә ебәрелгән эштәр ижади яҡтан, идеяһы менән айырылып торорға тейеш», — тип билдәләне «Рәсәй Мәҙәниәт — Башҡортостан» телеканалының баш мөхәррире Татьяна Саттарова.

Ижади бәйгене ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан» ДТРК-һы.