Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Калинин районы майҙанын урман ҡупшыҡайы биҙәй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөләге Мотор эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанды Яңы йыл символы — 23 метрлыҡ шыршы биҙәй. Уны Нуриман районынан килтерҙеләр, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

«Был ҡупшыҡайҙы йәй көнө үк һайлап ҡуйҙыҡ, — тип һөйләне район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Вәлиев. — Уға яҡын барыу еңел булманы, сөнки ул тәрән соҡорҙа үҫеп ултыра ине».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, күптән түгел Өфөләге Затон биҫтәһендә 20 метрлыҡ шыршы ҡуйылды. Яңы йыл символын Благовещен районынан килтергәндәр. Шыршы «Тулҡын» паркы алдындағы майҙанды биҙәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть