10 декабрь, Шәмбе

27 ноябрь 2015 йыл, 16:37

Башҡортостанда ҡарабойҙай һәм сәй арзанайған — статистика

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанстатта ағымдағы йылдың 16 ноябренән 23-нә тиклем социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың үҙгәреүен иҫәпләп сығарҙылар. Аҡ күсәнле кәбеҫтә (килограмы уртаса 19,68 һум) һәм кишер (23,56) 3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Тауыҡ итенә (0,7 процент), һыйыр итенә (0,4), балыҡҡа (0,2) хаҡтар бер аҙ артҡан.

Башлы һуған (21,58), бойҙай оно (30,13), тары ярмаһы (31,54), аҡ май (336,45), вермишель (45,52), икмәк (40,97), сусҡа итенең (252,91) хаҡы үҙгәрмәгән тиерлек. Ҡарабойҙай (58,29) — 1,5 һәм ҡара бөртөклө сәй (633,34) бер процентҡа арзанайған.

темалар: башстат, хаҡтар