4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ноябрь 2015 йыл, 15:35

Рөстәм Хәмитов БДИ-ға әҙерлек буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре кәңәшмәһендә сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 27 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2015-2016 уҡыу йылында дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүгә әҙерлеккә, шулай уҡ мәғариф системаһында баһалау процедураларын үҫтереүгә арналған Волга буйы федераль округы төбәктәре кәңәшмәһендә сығыш яһаны.

Илдәге ҙур төбәк мәғариф системаларының береһе – Башҡортостанда, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Төбәктә 860 мең уҡыусы иҫәпләнә, мәктәптәрҙә 35 меңдән ашыу уҡытыусы эшләй.  

– Мәғариф системаһында баһалау процедураларын үҫтереү темаһы йөкмәткеһе һәм техник яҡтан бик ҡатмарлы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы 15 йылда мәктәптә белем биреүҙең сифатын баһалау алымдары мәғлүмәт-технологик йәһәттән үҙгәреш кисерҙе. Эштәге «етешһеҙлектәр» күҙгә ташланып бара, был иһә уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген камиллаштырыу өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, йомғаҡлау аттестацияһы имтихан үткәреүҙең объективлығын, асыҡлығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Белемде баһалау системаһында Башҡортостан түбән позицияларҙан башланы – Берҙәм дәүләт имтиханы ғәҙел уҙғарылманы, белем кимәле дөрөҫ баһаланманы.

– Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу буйынса хәлде төҙәтеү өсөн өс йыл самаһы талап ителде, – тине төбәк етәксеһе. – Имтихандарҙы ғәҙел тапшырыу, һис шикһеҙ, уҡыусыларҙа предметтарҙы өйрәнеүгә теләк тыуҙыра, тәртипкә, дөрөҫ тормош алып барырға өйрәтә. Әлбиттә, нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, беҙ республикала имтихандар намыҫлы үтһен өсөн тырышасаҡбыҙ.

2016 йылдағы сығарылыш имтихандарын уҙғарыуға әҙерлек башланған, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Атап әйткәндә, Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабул итеү пункттарын заманса камералар, күҙәтеү саралары һәм металл эҙләү ҡорамалдары менән йыһазландырыуға өҫтәмә аҡса йүнәлтеү ҡарала.