10 декабрь, Шәмбе

27 ноябрь 2015 йыл, 14:02

Башҡортостанда 15 градусҡа тиклем һыуыта

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала 15 градусҡа тиклем һыуыта.

Синоптиктарҙың фаразы буйынса, бөгөн, 27 ноябрҙә, көн болотло буласаҡ, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Ағастарға һәм тимер сымдарға ҡар һырыуы, юлдарҙы еңелсә боҙлауыҡ ҡаплауы ихтимал. Шуға бәйле республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы автоһәүәҫкәрҙәргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, күперҙә, юл үткәргестәрҙә юл ҡағиҙәләрен, юл-патруль хеҙмәткәрҙәренең күрһәтмәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.

Иртәгәнән башлап һауа температураһы түбәнәйә. Шәмбе, 28 ноябрҙә, көндөҙ 3-8, төндә 5-10 градус һалҡын, айырым райондарҙа еңелсә буран сығасаҡ. Йәкшәмбе, 29 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуасаҡ. Көндөҙ 2-7 градус һалҡын, төндә аяҙайтҡанда 15 градусҡаса һыуытасаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.