5 декабрь, Дүшәмбе

27 ноябрь 2015 йыл, 13:00

Константин Толкачев: «Импортты алмаштырыу шәхси инициативаға таянырға һәм дәүләт тарафынан яҡланырға тейеш»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда бер нисә мөһим тармаҡта: ауыл хужалығында, сәнәғәттә, фармацевтикала, IT-индустрияла импортты алмаштырыу кәрәк. Ул шәхси инициативаға таянырға һәм дәүләт тарафынан яҡланырға тейеш. Был хаҡта 27 ноябрҙә, импортты алмаштырыу процесын ҡануни йәһәттән тәьмин итеүгә арналған парламент тыңлауҙарын асып, республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.

«Республика парламентарийҙары закондар сығарыу базаһын мөмкин тиклем тиҙерәк һәм сифатлы рәүештә камиллаштырырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.

Парламент тыңлауҙарында республика парламенты депутаттары, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Әлфис Ғаязов, республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм  «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин ҡатнаша.

Йыйылыусылар импортты алмаштырыу процесын ҡануни йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләләрен, уның республиканың сәнәғәт комплексы менән бәйләнешен ҡарай, «Газпром»да импортты алмаштырыу миҫалы килтерелгән, ауыл хужалығы өлкәһендә ошо процесты ҡануни йәһәттән тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр индерелгән, Башҡортостандың машина эшләү тармағында импортты алмаштырыу проекттары күрһәтелгән.

Тикшереү йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк тип күҙаллана.

Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин импортты алмаштырыу буйынса Дәүләт советы президиумы ултырышын үткәрҙе. Хәҙер иң мөһиме – иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән хаҡтар буйынса илдә сифатлы продукция етештереүҙе яйға һалыу, тип билдәләне дәүләт башлығы.