9 декабрь, Йома

27 ноябрь 2015 йыл, 11:54

«Тамыр» балалар телеканалының ике проекты «ТЭФИ-Төбәк» конкурсының төп призына лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар телеканалы «Мәғариф һәм күңел асыу тапшырыуҙары» йүнәлеше буйынса «ТЭФИ-Төбәк»-2015 Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының төп призына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Түбәнге Новгородта үтте.

«Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы» проекты «Балалар өсөн тапшырыу» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Рөстәм Аҙнабаев «Ҙур сумаҙан» проекты менән «Телевидение тапшырыуы режиссеры» номинацияһында бронза Орфейға эйә булды.

«Физра» программаһына өсөнсө йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, уңыштары байтаҡ, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Уның иҫәбендә — «Включайся» халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивалендә ике еңеү, «Карусель» федераль каналында эфир, Рәсәй телевидение академияһының махсус призы. Хәҙер иһә проект «ТЭФИ-Төбәк» премияһына номинант булды!».

Проект өҫтөндә режиссер Альмира Ахунова һәм мөхәррир Татьяна Никитина эшләй. «Физра»ның тәүге махсус хәбәрсеһе Егор Антипин хәҙер Мәскәүҙә Рәсәйҙең халыҡтар дуҫлығы университетында уҡый, киләсәктә журналист буласаҡ.

«Ҙур сәйәхәт. ТРУБАдур менән акустик сәйәхәт» проекты авторы Рөстәм Аҙнабаев — «Телевидение тапшырыуы режиссеры» номинацияһында Рәсәйҙең көслө өс режиссеры иҫәбендә.

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Спорт легендалары» программаһы махсус номинацияла еңеп сыҡты. Тапшырыуҙа спорт геройҙары ғәҙәти кешеләр булараҡ һүрәтләнә. «Ярыштар араһында геройҙарыбыҙ балалар тәрбиәләй, өй эштәре менән булыша. Хатта Олимпия чемпиондары ла депрессияға бирелә, әммә спортсыларҙың ҡайғырып ултырырға ваҡыты юҡ, улар йәнә күнекмәләргә йөрөй һәм маҡсаттарына табан бара», — тип һөйләй Башҡортостан юлдаш телеканалының спорт редакцияһы етәксеһе Роза Хәбибуллина.

«ТЭФИ-Төбәк»-2015 Бөтә Рәсәй телевизион конкурсына бөтәһе 527 эш тәҡдим ителгән.

темалар: телевидение