4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ноябрь 2015 йыл, 10:28

Республикала намыҫһыҙ төҙөүселәргә ҡарата сараларҙы ҡатыландырыу ҡарала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республикала намыҫһыҙ төҙөүселәргә ҡарата сараларҙы ҡатыландырыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡығанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

– Төҙөлөш комплексы – иҡтисади үҫештең мөһим билдәһе. Торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырыу уның төп бурысы булып тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер республикалағы ошо баҙар бик ныҡ монополизацияланған, төп уйынсылар юғары хаҡтарҙы хуплай. Шуның менән файҙаланып намыҫһыҙ төҙөүселәр тиҙ ышаныусан кешеләрҙе арзан квадрат метрҙар менән йәлеп итә. Республика Хөкүмәтенә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бергә ошондай енәйәттәргә юл ҡуймау буйынса сараларҙы ҡатыландырырға ҡушам.

Республика Башлығы төбәктә «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһын тормошҡа ашырыуҙы киңәйтеү һәм экономлы класлы торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу кәрәклеген билдәләне.

– Киләсәктә Ҡытай төҙөүселәре менән хеҙмәттәшлек итергә, атап әйткәндә, проектлау процестарын оптималләштерергә мөмкинлек биргән өс үлсәүле моделләү технологияларын үҙләштерергә ниәтләйбеҙ. Тейешле белгестәр әҙерләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, төҙөлөш комплексын яңыртыуҙы әүҙемләштереү мөһим. Төҙөлөш баҙарында конкуренцияны үҫтереү зарур.

Төбәк етәксеһе юл төҙөлөшө темаһына ла ҡағылды.

– Ошо баҙарҙа яңы технологиялар ҡулланған, эште сифатлы башҡарған ойошмалар бар. Шулай уҡ илке-һалҡы ҡарағандар ҙа юҡ түгел, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шундай хәлгә юл ҡуймау өсөн республикала юл төҙөлөшө регламенты әҙерләнә. Унда файҙаланылыусы материалдарҙың сифатына айырым талаптар билдәләнәсәк. Башҡарылған юл-төҙөлөш эштәрен страховкалау институтын индереү, шулай уҡ йәмәғәт контроленең ролен арттырыу мәсьәләләрен ҡарарға кәрәк. Башҡортостанда юлдар заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш.