4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2015 йыл, 18:04

Башҡортостанда депутаттар 2016-2017 йылдарға республика бюджетын раҫланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 2016-2018 йылдарға Башҡортостан бюджетын раҫланы. 26 ноябрҙә пленар ултырышта төбәктең төп финанс документы һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде, тип хәбәр итә Башҡортостан Финанс министрлығы.

Алдағы өс йылға бюджет 27 октябрҙә парламентта тәүге уҡыуҙа ҡаралды. 2016 йылда килем — 126,2 миллиард, сығым — 136,2 миллиард һум; 2017 йылда килем — 107,3 миллиард, сығым — 116,8 миллиард һум; 2018 йылда килем — 114,0 миллиард һәм сығым 123,0 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Шуның менән бергә дефицит тәүҙә билдәләнгән кимәлдә һаҡланған: 2016 йылда — 10 миллиард һум, 2017 йылда — 9,5 миллиард, 2018 йылда — 9 миллиард.

темалар: бюджет