11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2015 йыл, 16:25

Башҡорт яҙыусыһы халыҡ-ара драматургтар конкурсында еңеүсе булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Драматург Халдун Танерҙың йөҙ йыллыҡ юбилейына арналған Халыҡ-ара пьесалар конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды. Беренсе урын танылған башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаеваның «Шәүлә» пьесаһына бирелде.

«Был минең шундай юғары кимәлдәге тәүге халыҡ-ара премиям. Быға бик шатмын. Еңеү яулаған әҫәр — минең икенсе пьесам. Беренсеһе — «Үҙем яҙған яҙмыш» лирик комедияһы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының һорауы буйынса ижад ителде һәм ҙур уңыш менән барҙы, — тип һөйләне Мәрйәм Бураҡаева. — Ун йыл элек яҙылған «Шәүлә» пьесаһы ла республика театрҙарында ҡуйылыр, тип ышанам».

Конкурсты ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән берлектә Евразия Яҙыусылар союзы ойошторҙо. Бәйге ике этапта уҙғарылды. Төбәк этабын Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге (етәкселәре — Зиннур Сөләймәнов, Әлиә Яхина) үткәрҙе. Унда 20-гә яҡын пьеса ҡаралды, улар араһынан Мәрйәм Бураҡаева («Шәүлә» пьесаһы), Наил Ғәйетбаев («Любезники-любизар») һәм Мөнир Ҡунафиндың («Люксембургка барғанда») әҫәрҙәре еңеүсе булды. Финалда төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән 109 пьеса ҡатнашты. Объективлыҡ өсөн уларҙың барыһы ла бәйгегә псевдоним аҫтында ебәрелде.

Мәрйәм Бураҡаева — билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы. Яҙыусылар Союзы ағзаһы. «Һүнмәҫ нурҙар», «Шишмә», «Аҡ балыҡ», «Көҙгө ысыҡ», «Арғымаҡ» китаптары, башҡорт мәктәптәренең 1-10 класс уҡыусылары өсөн «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

темалар: драматургия