11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2015 йыл, 14:59

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 24-се ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

– Биш йыл элек ошо трибунанан парламент депутаттары алдында сығыш яһағанда яңы Хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп өҫтөнлөктәрен билдәләнем. Атап әйткәндә, халыҡ өсөн эшләү, властың асыҡ һәм ғәҙел булыуы, республика граждандарының йәшәү сифатын күтәреү, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо йылдар эсендә һеҙҙең менән байтаҡ эш башҡарҙыҡ. Республикала күп кенә өлкәләрҙә мөһим үҙгәртеп ҡороуҙар булды. Социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өсөн иҡтисади һәм финанс базаһын нығытыу, башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән инвесторҙар, партнерҙар йәлеп итеү буйынса дөйөм саралар ҡабул ителде.

Республика Башлығы Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттарының әһәмиәтен билдәләне.

– Саммиттарҙы үткәреү буйынса етди һәм күп планлы эш яңы белем алырға, ҙур сараларҙы ойоштороу тәжрибәһен тупларға мөмкинлек бирҙе. Быларҙың барыһы ла үҙебеҙгә, көсөбөҙгә ышанысты арттырҙы. Беҙ ниндәй юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин икәнлеген күрҙек, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Хәҙер беҙгә алға барырға кәрәк.

Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов инновациялы иҡтисад төҙөү, кеше капиталын нығытыу, лайыҡлы йәшәү кимәлен тәьмин итеү буйынса республика власы органдары эшенең өҫтөнлөктәрен билдәләне.

– Бөгөн республикала социаль-иҡтисади үҫештә билдәле бер баланс булдырылған. Артабан инвестицияларҙы үҫтереү, импортты алмаштырыуҙы киңәйтеү, грамоталы бюджет сәйәсәте, төп тармаҡтарҙа етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Әммә беҙ уларҙа тәү сиратта үҫеш, иң яҡшы сифаттарҙы күрһәтеү мөмкинлеген күрәбеҙ. Бергәләп ҡуйылған маҡсаттарыбыҙға, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәсәкбеҙ.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.