Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Октябрь проспектында яңы сквер барлыҡҡа киләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Киләһе йылда Өфөлә «Китап» нәшриәте һәм 10-сы һөнәрселек лицейы араһындағы ҙур булмаған скверҙы ремонтларға ниәтләйҙәр. Баш ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған заявкаһында билдәләнгәнсә, эштәр 2016 йылдың 15 апреленән 30 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Проект документацияһында шәхестең исеме яҙылмаған пьедестал һәм бюст ҡуйыу ҡаралған. Әммә быға тиклем идаралыҡ ошо урында башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.

Проект яңы асфальт, брусчатка, рулонлы газон түшәүҙе, таштарҙан һәм сәскәләрҙән клумбалар эшләүҙе, ҡайындар, миләштәр һәм гөлйемеш ҡыуаҡтарын ултыртыуҙы, фонарҙар ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Ошо эштәр өсөн бюджет 3,5 миллион һум аҡса бүлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть