3 декабрь, Шәмбе

26 ноябрь 2015 йыл, 12:03

Рөстәм Хәмитов Рөстәм Мәрҙәновты Башҡортостандың Премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова, Артур Басиров/. Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын төбәк Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте. Республика парламенты депутаттары тәҡдимде хупланы. Рөстәм Хәмитов депутаттар алдында Рөстәм Мәрҙәновты республика Премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы тәғәйенләнгән Премьер-министр кешелек потенциалын үҫтереү төп өҫтөнлөк буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн белемемде, көсөмдө һәм тәжрибәмде ҡулланырға һүҙ бирәм», —  тине ул.

Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов 1964 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты. 2013 йылдан — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. Ошо вазифала ул Финанс министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм башҡа ведомстволарҙың эшмәкәрлеген күҙәткән.

темалар: бр башлығы