Александр Георгиев — йәнә шашка буйынса донъя чемпионы
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.
Голландияның Эммен ҡалаһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Унда Айнур Шәйбәков менән бергә Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Александр Георгиев еңеү яуланы.
Икенсе һәм өсөнсө урында — Голландия спортсылары Ян Грунендейк һәм Рул Бумстра.
Айнур Шәйбәков 14-се урынды биләне.






