9 декабрь, Йома

26 ноябрь 2015 йыл, 10:39

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә тәҡдим итә. Төбәк етәксеһе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 24-се ултырышында сығыш яһай. Пленар ултырыштың көн тәртибенә 50-нән ашыу мәсьәлә индерелгән.

29 мәсьәлә республика закондары проекттарына бәйле. «Башҡортостан Республикаһында ваҡлап һатыу баҙарҙарын ойоштороу тураһында», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар) тураһында», «Башҡортостан Республикаһында туберкулез таралыуын иҫкәртеү тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереү ҡараласаҡ.

Республиканың төп финанс документы — «2016 йылға һәм 2017, 2018 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителгән. Бюджет проекты үҙенең социаль йүнәлешен һаҡлаясаҡ. Уның структураһында яҡынса 80 процентты социаль йөкләмәләрҙе ғәмәлгә ашырыуға бәйле түләүҙәр тәшкил итә. Ошо маҡсатта 136 миллиард 173 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙ уңында тотола.

Ике мәсьәлә Башҡортостан биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын ҡыуыу һәм көтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн санкцияларҙы ҡатыландырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проекттарын йәмәғәтселек тикшереүенә сығарыуға бәйле.