6 декабрь, Шишәмбе

26 ноябрь 2015 йыл, 9:51

«Салауат Юлаев» лиганың аутсайдерын еңде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Салауат Юлаев» Новокузнецкиҙа Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә «Металлург»ты 4:2 иҫәбе менән еңде.

Шайбалар өфөләр Денис Хлыстов, Артем Чернов, Андреас Энгквист һәм Максим Майоров иҫәбендә.

27 ноябрҙә юлаевсылар Астана ҡалаһында «Барыҫ» менән осраша.

темалар: хоккей, кхл