Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Сирияла төрөк истребителе бәреп төшөргән Су-24 пилотына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

24 ноябрҙә Сирияла төрөк истребителе бәреп төшөргән Су-24 пилотына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ил Президенты «Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

«Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн подполковник Пешков Олег Анатольевичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде (үлгәндән һуң). Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн капитан Мурахтин Константин Валерьевич һәм матрос Позынич Александр Михайлович (үлгәндән һуң) Ҡаһарманлыҡ ордендары менән бүләкләнде», — тип билдәләнә Указда.

Журналистарҙың Сирияла хәрби самолеттың һәләкәткә осрауына бәйле һорауҙарына яуап биреп, Владимир Путин, «Су-24»-тең икенсе осоусыһы ҡотҡарылған, тине.

«Был — штурман. Операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дәүләт наградалары тапшырыласаҡ. Оборона министрлығы шундай тәҡдим индерҙе. Корабль командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы йондоҙо менән бүләкләнәсәк (үлгәндән һуң)», — тип белдерҙе дәүләт башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть