9 декабрь, Йома

25 ноябрь 2015 йыл, 17:08

Республикала Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты «Табыныу» премияһы лауреаты Александра Братанованың документтарын тергеҙеүгә өлгәште

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары «Табыныу» халыҡ-ара балалар премияһы лауреаты Александра Братанованың документтарын тергеҙеүгә өлгәште. 26 ноябрҙә йәш героиняға Рәсәй гражданины паспорты тапшырыла, тип хәбәр иттеләр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабында.

2009 йылда илдең бөтә мәғлүмәт агентлыҡтары Башҡортостанда уттан өс сабыйҙы ҡотҡарған ҡыҙыҡай хаҡында хәбәр итте. Уларҙың иң бәләкәсенә 9 ай ғына булған. Туғыҙ йәшлек Саша Братанованың ҡаһарманлығы «Табыныу» халыҡ-ара премияһы менән билдәләнде. Ул балаларға юғары ҡаҙаныштары һәм ҡылған изге эштәре өсөн тапшырыла. Саша — илдә ошо абруйлы наградаға лайыҡ булған икенсе бала.

Ул саҡта ерән сәсле ҡыҙыҡайҙы «заманыбыҙ геройы» тип йөрөттөләр. Янғындан һуң Братановтар ғаиләһенең легаль булмаған хәлдә ҡалыуын күптәр белмәне. Бөтә документтары ла янып юҡҡа сыҡҡан. Саша һәм уның туғандары алты йыл буйына документтарын тергеҙергә тырышты. Улар поликлиникала икенсе исем аҫтында дауаланды, өс апаһы урта белем тураһында аттестатһыҙ ҡалды, рәсми рәүештә эшкә урынлаша алмайҙар. Әгәр ҙә Халыҡ фронты ағзалары һәм Башҡортостан юлдаш телеканалының «Времечко» тапшырыуы хәбәрселәре ярҙам ҡулы һуҙмаһа, Александраны ниндәйерәк яҙмыш көтөр ине, билдәһеҙ.

«Донъяла изге кешеләр күп. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабының ярҙам итеүе һөҙөмтәһендә федераль киң мәғлүмәт саралары журналистары, чиновниктар, депутаттар ошо хәлгә үҙ ҡарашын белдерҙе. Ирекмәндәр Братановтарҙың Мәскәүгә сәфәре өсөн юл хаҡын түләргә тәҡдим итте. «Времечко» редакцияһы «фронтовиктар» менән бергә Үзбәкстандағы бөтә инстанцияларға документтар ебәрҙе, миграция хеҙмәттәренә хаттар яҙҙы», — тине Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Әлиә Таһирова.