Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Милли электрон китапхананың эшмәкәрлеге ҡануни яҡтан көйләү талап итә — Зөһрә Рәхмәтуллина

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Милли электрон китапхананың эшмәкәрлеге ҡануни яҡтан көйләү талап итә. Ул 2004 йылда Рәсәй дәүләт китапханаһы башланғысы менән булдырыла башлаған, бөгөн был проектта алты федераль һәм 27 төбәк китапханаһы, шул иҫәптән Башҡортостандың Милли китапханаһы ҡатнаша. Мәҙәниәт буйынса совет Милли электрон китапхананың үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Уның эшендә Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты.

«Бөгөн беҙ яңы мәғлүмәт технологиялары осоронда йәшәйбеҙ. Илебеҙ заман менән бергә атларға тейеш. Донъяла үҙен аҡлаған ошондай милли мәғлүмәт системаларын булдырыу тәжрибәһе бар, — тип билдәләне үҙ сығышында Зөһрә Рәхмәтуллина. — Милли электрон китапхана илдең интеллектуаль, фәнни-техник, мәҙәни-мәғариф ҡеүәтен артабан үҫтереү өсөн бик мөһим».

Депутат фекеренсә, китапхана эше өлкәһендәге яңылыҡты тормошҡа ашырыу өсөн ойошмаларҙың, ҡулланыусыларҙың һәм дәүләттең ҡарашын иҫәпкә алып, тармаҡ ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Закон проектын ҡабул итеү Милли электрон китапхана булдырыу мәсьәләләрен асыҡлау өсөн етди эш талап итә. Документ тәү сиратта фонд ойоштороуҙың ғилми, мәҙәни һәм башҡа өҫтөнлөктәрен, шулай уҡ мәғлүмәт ресурстарын һайлап алыуҙың төп принциптарын һәм алымдарын билдәләргә тейеш.

Белешмә. Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына «Милли электрон китапхана» мәғлүмәт системаһын үҫтереү тураһында закон проектын индерҙе. Был ресурс һәр кемгә рус телендәге нәфис һәм ғилми әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть