Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте республиканың 2018 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауына асыҡлыҡ индерҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылдың 24 ноябрендәге 1284-р бойороғо менән республиканың 2016 йылға һәм 2018 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауы хупланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты ошо хаҡта хәбәр итте.

Иҡтисади эшмәкәрлектең бер нисә төрө, республика ҡаҙнаһының айырым күрһәткестәре буйынса статистик база, шулай уҡ Рәсәй иҡтисадының эшләү шарттары үҙгәреүгә бәйле документҡа төҙәтмәләр индерелде.

Төҙәтмәләр тулайым төбәк продуктына, берәмләп сауҙа итеү әйләнеше күләменә, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек индикаторына һәм башҡа күрһәткестәргә ҡағылды. Республика ҡануниәтенең положениеларына ярашлы был аҙнала төҙәтмә индерелгән күҙаллау Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы ултырышында ҡараласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть