4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2015 йыл, 15:05

20 декабргә тиклем баш ҡалала боҙ ҡаласыҡтары барлыҡҡа киләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 20 декабргә тиклем Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөргә хәл ителде. Тейешле ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡул ҡуйған. Шул уҡ ваҡытта Ленин исемендәге һәм Конгресс-холл алдындағы майҙанда урман ҡупшыҡайы ҡуйыласаҡ.

Ике төп майҙандан тыш, «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында, Мотор эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайы алдында, Инорс, Шакша биҫтәләрендә, «Тулҡын» скверында, «Нижегородец» стадионында, Мөбәрәков һәм Софья Перовская урамдары киҫелешендә, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, Спорт һарайы, Өфө балалар филармонияһы алдындағы, С. Орджоникидзе исемендәге майҙандарҙа, шулай уҡ Нуғай, Яңы Черкассы, Тимашев, Иҫке Турбаҫлы, Чесноковка ауылдарында боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә.

Өфөлә «Вьюговей-2016» Яңы йыл фестивале уҙғарыла. Ҡышҡы каникулдар мәлендә мәҙәни-күңел асыу, спорт һәм социаль-хәйриә саралары ойошторола. Балалар Президент, Баш ҡала һәм социаль шыршы байрамдарында ҡатнаша ала. Ҡала урамдары төрлө төҫтәрҙә балҡыясаҡ. Яңы йыл төнөндә Ленин исемендәге майҙанда күңелле тамаша ойошторола.

Байрамды әҙерләү һәм үткәреү өсөн аҡса ҡала бюджетынан бүленә.