Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 25 165 һум тәшкил иткән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы былтырғы менән сағыштырғанда 3,5 процентҡа артҡан һәм 25 165 һум тәшкил иткән. Башҡортостанстат республика предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡын иҫәпләп сығарған.

Нефть продукттары етештереү менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр юғары эш хаҡы буйынса беренсе урында — 59 214,1 һум (үҫеш 1,2 процент тәшкил итә). Икенсе урынды файҙалы ҡаҙылма сығарыусылар биләй — 45 502,4 (5,3 процентҡа кәмегән), өсөнсөлә — финанс эшмәкәрлеге, улар уртаса 36 587,5 һум ала (үҫеш — 2,5 процент). Күн әйберҙәр етештереүселәр (11 208,5, 3,9 процентҡа кәмегән), ауыл һәм урман хужалығы эшсәндәре (13 905,1 һум, үҫеш — 2,9 процент), туҡыу һәм тегеү производствоһы хеҙмәткәрҙәре (14 577,7 һум, үҫеш — 7,1 процент) барыһынан да аҙыраҡ хеҙмәт хаҡы ала.

Бюджет өлкәһендә эш хаҡының артыуы күҙәтелә. Статистиктар иҫәпләп сығарыуынса, мәғарифта — 19 949, һаулыҡ һаҡлауҙа —  22 853, коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр өлкәһендә 22 202,2 һум тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть