10 декабрь, Шәмбе

25 ноябрь 2015 йыл, 13:11

Башҡортостанстат Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек сиктәрендә районлаштырыуҙы тамамланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанстат белгестәре 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек сиктәрендә районлаштырыу үткәрҙе. Республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондары биләмәләре инструктор һәм иҫәпләү участкаларына бүленде, иҫәп алыу объекттары тураһында мәғлүмәт йыйыусыларҙың һаны билдәләнде.

Башҡортостанстатта билдәләүҙәренсә, районлаштырыу иҫәп алыу системаһының программа тәьминәтен, иҫәп алыу объекттары исемлектәрен төҙөү буйынса программа комплексын ҡулланып башҡарылған.

Һәр муниципаль район һәм ҡала округы мәғлүмәттәре нигеҙендә республика кимәлендә йыйылма отчет яһаласаҡ, ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттары хаҡында мәғлүмәт йыйыусы кешеләрҙең һаны иҫәпләп сығарыласаҡ. Уларҙы уҡытыу планлаштырыла, инструктор участкаларын биләмәләргә урынлаштырыу, транспорт хеҙмәтләндереүе схемалары һәм башҡа саралар билдәләнә.