6 декабрь, Шишәмбе

25 ноябрь 2015 йыл, 11:54

Өфөлә йәш сәсәндәр «Урал батыр» эпосын Рәсәй халыҡтары телендә һәм сит телдәрҙә һөйләйәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең VI республика конкурсында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Конкурс 27 ноябрҙә Башҡортостан социаль технологиялар институтында уҙа.

Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Урал батыр» башҡорт, рус, татар, сыуаш, әрмән, инглиз, немец, француз һәм башҡа сит телдәрҙә яңғыраясаҡ. Конкурстың форматы әҫәрҙең ижади презентацияһын үҙ эсенә ала: эпосты ятлау, сюжет һыҙығын художестволы һүрәтләү, «Урал батыр» эпосы эмблемаһына һүрәт һәм «Урал батыр эҙҙәре буйлап» белешмәһен тәҡдим итеү. Шунда уҡ эпосҡа иллюстрациялар күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Бәйге еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларға Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының, Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан социаль технологиялар институтының дипломдары һәм сертификаттары тапшырыла.

Конкурстың маҡсаты — «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу, йәш быуында ижади һәләт, Рәсәй халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, туған, сит телдәрҙе, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу.

Белешмә. «Урал батыр» эпосы донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән. Рус, инглиз, немец, француз, төрөк, азербайжан һәм башҡа телдәргә тәржемәләре бар.

Бәйге иртәнге сәғәт 10-да башлана. Адресы: Октябрь проспекты, 74/2.