3 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 18:00

Актер Иван Колесников Өфөлә Сергей Довлатов йәшәгән йорттоң ихатаһында булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Сергей Довлатовтың «Компромисс» повесы һәм башҡа әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән «Конец прекрасной эпохи» фильмында төп ролде уйнаған актер Иван Колесников Өфөгә килде. Ул Гоголь һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндәге йорттоң ихатаһын ҡараны. Буласаҡ яҙыусы ғүмеренең тәүге айҙарын шунда үткәргән.

«Бында килгәнгә тиклем Сергей Довлатовтың Өфөлә тыуғанлығын белмәнем, — тине актер. — Был минең өсөн көтөлмәгән хәл ине. Геройымдың тыуған йортон, ихатаһын күреү бик ҡыҙыҡлы булды. Өфө, айырыуса уның тарихи өлөшө миңә бик оҡшаны».

«Конец прекрасной эпохи» фильмын танылған режиссер Станислав Говорухин ҡуйған.

«Был фильм мөхәббәт һәм азатлыҡ хаҡында, — тип һөйләне Иван Колесников бөтә Рәсәй премьераһы алдынан биргән интервюһында. — Уның башы ла, аҙағы ла юҡ. Унда барыһы ла аңлашыла, сөнки шул ваҡыттан бирле бер нәмә лә үҙгәрмәгән — журналистар, яҙыусылар булған ҡағиҙәләр менән көрәшә. Довлатовты кәмһеткәндәр, бысраҡ яҡҡандар, ә ул алға барған. Был тормошҡа дөрөҫ ҡараш ул».

Актер әйтеүенсә, Сергей Довлатов образына айырым әҙерлек булмаған: «Говорухин минең йәш Довлатов ролен уйнамауымды, ә уның китабының геройы, журналист Андрей Лентулов образы өҫтөндә эшләүемде талап итте. Әлбиттә, яҙыусының әҫәрҙәрен дә уҡып сыҡтым», — тип һөйләне Иван Колесников «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә.

Иван Колесников Өфөгә Рәсәй киноһы аҙналығы сиктәрендә килгән. Сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән «TV1000 Русское кино» телеканалы һәм «Дом.ru» телеком-операторы ойошторған.