10 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 17:27

Бәләбәй районында — яңы хакимиәт башлығы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бәләбәй районы Советы ҡарары менән Азат Сәхәбиев контракт буйынса Бәләбәй районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Сәхәбиев Азат Альверт улы 1974 йылдың 28 апрелендә Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Юғары белемле. 1996 йылда — Өфө дәүләт авиация техник университетын, 2001 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын «финанстар һәм кредит» белгеслеге буйынса тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1991 йылда «Автонормаль» акционерҙар йәмғиәтендә инженер булып башлай. Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткәндән һуң заводҡа килә, «Автонормаль» акционерҙар йәмғиәтендә цех мастеры, производство контроле буйынса инженер, энергия ресурстарын етештереү буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

2004 йылда Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2006 йылдан — хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй.