4 декабрь, Йәкшәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 17:01

Рәсәй банкы Евразия иҡтисади союзына арналған алтын һәм көмөш тәңкәләр сығарҙы

фото: Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 24 ноябрҙә Рәсәй банкы Евразия иҡтисади союзына арналған һәм «Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы яңы иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы. 100 һумлыҡ алтын тәңкә һәм өс һумлыҡ көмөш тәңкә союз эшмәкәрлегенең бер йыллығына бағышланған . Алтын тәңкәләрҙең тиражы — 500, көмөш тәңкәләрҙең иһә өс мең дана, тип хәбәр иттеләр Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан тыш, «Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы ҡиммәтле булмаған металдан яһалған 10 һумлыҡ тәңкә сығарылған. Тиражы — 10 миллион дана. Ул Хабаровскиға арналған — аҡсаның кире яғында ошо ҡаланың гербы төшөрөлгән. «Хәрби дан ҡалалары» серияһында 36 тәңкә әйләнештә йөрөй.

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле тәңкәләр ҡулаҡса менән түләгән саҡта законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә.