9 декабрь, Йома

24 ноябрь 2015 йыл, 16:10

Башҡортостанда иң яҡшы таҡмаҡҡа һәм клипҡа Яңы йыл конкурстары иғлан ителгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда иң яҡшы таҡмаҡҡа һәм клипҡа Яңы йыл конкурстары иғлан ителгән. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.

«Ҡыш бабай — Торатау итәгендәге төп ҡунаҡ тирмәһендә» темаһына иң яҡшы музыкаль клипҡа эштәр ҡабул ителә. «50 йәштән өлкәндәр» конкурсында теләгән һәр кем ошо уҡ тема буйынса иң яҡшы таҡмаҡтарын тәҡдим итә ала. Ярыштар «Һоҡланғыс Башҡортостан» проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Конкурстарҙың эксперты — билдәле пародист һәм музыкант, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Александр Чистяков. Еңеүселәр аҡсалата приздар менән бүләкләнә: беренсе урынға — 50 мең, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 35 һәм 20 мең һум аҡса ҡаралған.

Ижади эштәр 2016 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡабул ителә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Ҡыш бабай Өфөгә самолет менән килә, баш ҡалалағы төп шыршыларҙы ҡарап сыға һәм балалар йорттарына бара. Һуңынан махсус әҙерләнгән тирмәгә юлланасаҡ, унда ул ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк, балаларҙың хыялдарын бойомға ашырасаҡ. Теләктәр яҙылған хаттарҙы ошо адрес буйынса ебәрергә кәрәк: Башҡортостан, Ишембай районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы, Ҡыш бабайға.