3 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 15:37

Баш ҡалала «Донъя таланттары 2015» халыҡ-ара ижади конкурс лауреаттары билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә «Донъя таланттары 2015» халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. Фестивалгә илебеҙҙең төрлө төбәгенән, яҡын сит илдәрҙән йөҙҙән ашыу һәләтле бала килде. Уларҙың ижадын Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов, Өфө сәнғәт академияһы доценты Наилә Байегетова, «Минута славы» һәм «Голос» телепроекттарында ҡатнашыусылар Екатерина Кибельдене һәм Мира Шарди баһаланы.

Туймазы балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре түбәндәге номинацияларҙа I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды: «Халыҡ инструменттары» — баянсы Салауат Әминев, «Академик вокал» — Азалия Ғиззәтуллина, Валерия Назарова, Азалия Хәйруллина һәм «Йәйғор» триоһы (Валерия Назарова, Әлиә Низамова, Гөлназ Фазлиәхмәтова).

Уларҙың барыһына ла дипломдар һәм бүләктәр, уҡытыусылары Рәмзиә Яруллинаға, Шамил Шакировҡа һәм концертмейстер Дания Яҡуповаға рәхмәт хаттары тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.