3 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 15:13

Республикала ҡыҙыҡлы фәнни кино фестивале башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда ҡыҙыҡлы фәнни кино фестивале башлана. 25 ноябрҙән өс көн рәттән Башҡорт дәүләт университетында ғалимдар, асыштар һәм ғилем донъяһы хаҡында документаль фильмдар күрһәтелә.

Башҡорт дәүләт университетында ойошторолған фестивалдә төрлө темаларға алты фильм күрһәтеү ҡаралған. Программаға Марк Левинсондың «Страсти по частицам» (2013), Гай Ридтың «Планета» (2015), Майкл Мэдсендың «В бесконечность» (2010), шулай уҡ студенттар өсөн махсус һайлап алынған Рәсәй фильмдары — Екатерина Еременконың «Чувственная математика» (2012), «Чудеса России» (2011, «Моя планета» телеканалы һәм Рус география йәмғиәте), «Шүлгәнташ» (2012, «Рәсәй-1» телеканалы) ингән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр университеттың матбуғат үҙәгендә.

Инеү ирекле.

Фәнни кино көндәрен Актуаль фәнни кино фестивале ойоштора. Быйыл ошо проектҡа Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы булышлыҡ итә. Фестиваль юғары уҡыу йорттарына фән тураһында махсус һайлап алынған фильмдар тәҡдим итә, вуздар программаны үҙҙәре төҙөй. Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Өфө, Ҡазан, Владивосток, Екатеринбург, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙағы 20-нән ашыу уҡыу йорто проектта ҡатнашырға әҙер булыуын белдергән. Фән тураһындағы фильмдар менән вуздар ғына түгел, мәктәптәр, ғилми-тикшеренеү институттары, китапханалар ҙа ҡыҙыҡһына. 63 ҡаланан бөтәһе 114 ҡатнашыусы һайлап алынған.

Ойоштороусылар юғары уҡыу йорттары менән берлектәге проектты йыл һайын уҙғарырға ниәтләй.

Программа менән Башҡорт дәүләт университетының сайтында танышырға мөмкин.