11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 14:39

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн (III төркөм инвалидлыҡ) вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Сара кесаҙна, 26 ноябрҙә, Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә уҙғарыла. Архивариус, китапханасы, диспетчер, инженер, шылтыратыуҙар ҡабул итеү буйынса белгес, шәфҡәт туташы, кассир, физик культура буйынса инструктор, тәрбиәсе ярҙамсыһы кеүек вакансиялар бар.

Шулай уҡ граждандарға хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт биреләсәк. Улар компьютер диагностикаһы үтеп, һөнәри йүнәлеш буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре менән кәңәшләшә ала.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Шул уҡ көндә иртәнге 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем «ҡыҙыу линия» планлаштырылған. (347) 251-51-75, 251-51-78, 251-51-83, 251-54-11 һандарына шылтыратып, эшкә урынлашыу, квалификацияны күтәреү буйынса һорауҙар бирергә мөмкин.