Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ил-114 базаһында төбәк авиацияһы өсөн яңы самолет төҙөләсәк – Михаил Бабич

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ил-114 базаһында төбәк авиацияһы өсөн яңы самолет төҙөләсәк. Дүшәмбе Өфөгә эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Һамарҙа проектты тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне.

Двигателдең яңы модификацияһы булдырыласаҡ, киләсәктә уны илебеҙҙә эшләнгән башҡа лайнерҙарҙа ҡулланыу күҙ уңында тотола. Тулы хоҡуҡлы вәкил әйтеүенсә, был йөҙ процентлы импортты алмаштырыу буласаҡ.

Вести.Ru интернет-каналының «Башҡортостан» ДТРК-һына һылтанып хәбәр итеүенсә, проект үҙебеҙҙә, шул иҫәптән Өфөлә етештерелгән деталдәрҙән төбәк самолетын төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Әммә, Башҡортостандың авиация продукцияһында махсуслашҡан сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре хәбәр итеүенсә, әлегә яңы ҡорамалдарға заказ биреүселәр юҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть