10 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 11:41

Рөстәм Хәмитов яғыулыҡ-энергетика комплексының импортҡа бәйлелеген кәметеү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ултырышында ҡатнашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының импорт ҡорамалдарға, сит ил компанияларының хеҙмәттәренә бәйлелеген кәметеү, шулай уҡ Рәсәйҙең нефть һәм газ комплексын үҫтереү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров үткәрҙе.

– Республикабыҙ импортты алмаштырыу мәсьәләһе өҫтөндә әүҙем эшләй. Башҡортостандың 14 предприятиеһы импортты алмаштырыу буйынса федераль планға инде. Исемлектә – 57 изделие, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Өҫтәүенә ҙур сәнәғәт компаниялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. «Газпром» менән эштәр яҡшы бара. Урал тау-металлургия компанияһы беҙҙең менән килешеү төҙөнө, тиҙҙән «Сибур» холдингы менән килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Беҙ шулай уҡ «Роснефть» менән эшләйбеҙ. Йәки корпорациялар беҙгә 5-10 кеше ебәрә һәм беҙҙә нимә бар, шуны күрһәтәбеҙ. Килешеүҙәр төҙөйбөҙ һәм ошо йәһәттән эштәр башлана.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бөгөнгә ҡорамал эшләүселәрҙең тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән киҫкен мәсьәләләре бар. Был тәү сиратта ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-эксперименталь эшкә финанс ресурстарының етмәүе, шулай уҡ сығарылған ҡорамалдарҙың килемлелеге кәмеүе. Бынан тыш, Рәсәй ҡорамалдарын һатып алырға теләмәгән компаниялар ҙа бар.

Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республикала кластер сәйәсәте әүҙем тормошҡа ашырыла. Әле машина эшләү һәм геофизика кластерҙары, бәләкәй тоннажлы нефть химияһы, нефть-газ инжинирингы кластерҙары эшләй.

Ултырыш башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары күргәҙмәһе менән танышты. Экспозицияға «КВАНТ» сәнәғәт кластеры, Өфө компрессор заводы, «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы, «Уралтехнострой» корпорацияһының һәм башҡа предприятиеларҙың эштәре ҡуйылғайны.

Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының импорт ҡорамалдарға, сит ил компанияларының хеҙмәттәренә бәйлелеген кәметеү, шулай уҡ Рәсәйҙең нефть һәм газ комплексын үҫтереү буйынса ведомство-ара эшсе төркөмө 2014 йылдың декабрендә булдырылды. Уның төп бурысы – яғыулыҡ-энергетика комплексында импортты алмаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, илдә аналогтары булмаған импорт технологиялары һәм ҡорамалдарҙың номенклатураһын билдәләү, нефть-газ комплексында импортты алмаштырыу йәһәтенән федераль башҡарма власть органдарының эшмәкәрлеген көйләү.