5 декабрь, Дүшәмбе

24 ноябрь 2015 йыл, 10:14

Рөстәм Хәмитов, Денис Мантуров һәм Михаил Бабич нефть-газ тармағы өсөн импортты алмаштырыусы продукция етештереү менән танышты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән бергә «Уралтехнострой корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, нефть һәм газ тармағы өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар эшләү менән танышты.

Нефть һәм газ тармағы ҡорамалдарын эшләү цехын ҡараған саҡта предприятие президенты Олег Әминов продукция өлгөләренең уникаль булыуы хаҡында һөйләне. Инженерҙар уларҙы һәр заказ өсөн айырым эшләй. Әлеге ваҡытта предприятиела илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн импортты алмаштырыу буйынса бер нисә проект ғәмәлгә ашырыла. Ошонда сығарылған ҡорамалдарҙың ҡайһы бер төрҙәре сит ил аналогтарынан ике-өс тапҡырға арзаныраҡ.

Блоклы насос станциялары, нефть, яғыулыҡ газы әҙерләү ҡулайламалары, төрлө тәғәйенләнештәге блоклы-модулле биналар һәм нефть-газ ятҡылыҡтары өсөн ҡорамалдар – предприятиеның төп продукцияһы иҫәбендә.

«Уралтехнострой»ҙың тарихы 1994 йылда ҙур булмаған етештереү цехынан башлана. Бөгөн ул – илдә ошо йүнәлештәге ҙур предприятиеларҙың береһе. Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең нефть һәм газ тармағы компаниялары – уның төп заказсылары. Улар араһында «Газпром», «Лукойл», «Новатэк» һәм башҡалар бар. Корпорация заводтарында 1 800-ҙән ашыу кеше эшләй.