5 декабрь, Дүшәмбе

23 ноябрь 2015 йыл, 17:50

Өфөлә танылған балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның юбилей кисәһе үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала танылған балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның юбилей кисәһе ойошторола. Сара башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты, республика һәм ҡала кимәлендәге сараларҙы ойоштороусы һәм әүҙем ҡатнашыусы. Кескәйҙәр һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар, сценарийҙар яҙа. Шулай уҡ ул Рәшит Солтангәрәев, Факиһа Туғыҙбаева, Мөкәрәмә Садиҡова, Раил Байбулатов, Гөлнур Яҡупова, Тамара Ғәниева кеүек яҙыусыларҙың балалар өсөн ижад иткән хикәйәләрен, әкиәттәрен рус теленә тәржемә итә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның һүҙҙәренә балалар өсөн йырҙар яҙылған. Авторҙың «Ашҡаҙар» радиоһында әҙәбиәт темаһына алып барған тапшырыуҙар циклы тыңлаусыларҙа популярлыҡ менән файҙалана.

темалар: юбилей, әҙәбиәт