9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2015 йыл, 17:24

Аҙна аҙағына төбәктә һыуытасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Аҙна аҙағына Башҡортостанда һыуытасаҡ. Уҙған ял көндәрендә республикала епшек ҡар һәм ямғыр яуҙы. Елдең көсәйеүе күҙәтелде, буран сыҡты, боҙлауыҡ булды, ҡар ирене. Һауа температураһы 5 градусҡаса күтәрелде.

Белгестәрҙең күҙаллауы буйынса, был аҙнала төбәктә һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы, яуым-төшөм көтөлә, тип хәбәр иттеләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында.

24 ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, ел талғын, көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы буласаҡ. 25 ноябрҙә көндөҙ 3 градус һалҡын, 2 градус йылы, төндә аяҙайтҡанда 6-11 градус һыуыҡ. Урыны менән ҡар яуасаҡ, юлдарҙы еңелсә боҙлауыҡ ҡаплауы ихтимал. Ял көндәренә синоптиктар һалҡынса һауа торошо вәғәҙәләй. Яуым-төшөм булмаясаҡ.