9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2015 йыл, 16:54

Башҡортостан оҫтаһының эштәре «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан оҫтаһының ике эше «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты. Республика халыҡ ижады үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, «Ҡала сувениры» номинацияһында — балсыҡтан эшләнгән «Бөрө турғайы» һыҙғыртҡысы, «Төбәк сувениры» номинацияһында «Әлшәй сапсаны» уйынсығы финалға сыҡты.  

Эштәрҙең авторы — Әлшәй районы Раевка ауылы оҫтаһы Ольга Грачева. Ул үҙенең эштәрен ғаилә оҫтаханаһында әҙерләй. Сапсан менән Бөрө турғайы — Бөрө ҡалаһының һәм Бөрө районының рәсми символы. Улар муниципаль берәмектең гербында һәм флагында төшөрөлгән. Ике эш тә башҡорт орнаменты менән биҙәлгән.

«Туристик сувенир» конкурсына 57 төбәктән 1352 эш тәҡдим ителгән. Рәсәйҙең 45 төбәгенән 285 сувенир авторы «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсының финалына саҡырылған. Финал 27-28 ноябрҙә Ярославлдә уҙа. Унда иң яҡшы сувенир әйберҙәр күргәҙмәһе эшләйәсәк, шулай уҡ һәр номинацияла еңеүселәр иғлан ителәсәк. Сара халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү, илебеҙҙә туристик сувенир продукцияһы баҙарын үҫтереү маҡсатында ойошторолған һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ булышлығында уҙғарыла. Финалсыларҙың тулы исемлеге — конкурстың рәсми сайтында.