Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала иң яҡшы башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусылар билдәләнәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

27 ноябрҙә Өфөлә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың IV республика конкурсы уҙғарыла. Яҡшы йолаға әүерелгән бәйгелә ҡурайҙа, думбырала һәм ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаған музыканттар — Өфө, Салауат, Учалы, Асҡар урта махсус уҡыу йорттары һәм махсус мәктәптәре студенттары ҡатнаша. Конкурс тыңлауҙары Шаляпин исемендәге концерт залында үтә. Сара лауреаттарҙың концерты менән тамамланасаҡ.

Инеү ирекле.

Конкурсты Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты ойоштора. Әлеге көндә факультет деканы вазифаһын билдәле ҡурайсы һәм педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов башҡара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть