5 декабрь, Дүшәмбе

23 ноябрь 2015 йыл, 14:25

Төбәктә ЮХХДИ штрафтарын ташлама менән түләргә мөмкин буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 2016 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә Федераль закон ғәмәлгә инә, уға ярашлы, әгәр юл хәрәкәтен боҙған водитель ҡарар сығарылғандан һуң 20 көн эсендә штраф түләһә, уға талап ителгән сумманың яртыһын ғына индерергә кәрәк буласаҡ. Ләкин йомшаҡлыҡтар хоҡуҡ боҙоуҙарҙың бөтә төрҙәренә лә ҡағылмай. Мәҫәлән, теркәлмәгән автомобиль менән ҡабаттан идара иткән, эскән килеш руль артына ултырған, бер яҡлы хәрәкәт итеү юлы буйынса ҡаршы йүнәлештә барған, зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн штраф түләгәндә ташлама ҡаралмаған.

Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, штрафтар тураһында тиҙерәк белер өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү зарур. Штрафтар хаҡында белдереү ҡағыҙҙары автоматик рәүештә киләсәк.