Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә автосервистар һаны 17 процентҡа артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Йыл башынан Өфөлә автосервистар һаны артҡан, тип хәбәр итә 2ГИС. Был илдәге дөйөм тенденцияны сағылдыра. Компанияның мәғлүмәт сервисы аналитиктары көрсөк мәлендә автомобиль ремонтлау предприятиеларының әһәмиәте артыуы хаҡындағы гипотезаны тикшерҙе. Яңы автомобилдәр һирәгерәк һатып алына. Тикшереү һөҙөмтәләре автосервистарҙың ысынлап та күбәйеүен күрһәтте.

Аналитиктар илдең 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 35 ҡалаһын сағыштырҙы. Ун ай эсендә автосервистар һаны уртаса 19 процентҡа артҡан.

Иң ҙур үҫеш Краснодарҙа — 45 процент (бөтәһе 376 техник хеҙмәтләндереү станцияһы). Икенсе урында Ярославль — 43 процент (143 автосервис), өсөнсөлә Мәскәү — 39 процент (2882).

Өфө исемлектең 18-се урынын биләй: бында 94 автосервис предприятиеһы бар, үҫеш 17,3 процент тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть