4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ноябрь 2015 йыл, 12:45

Республика көрәшсеһе Ҡазанда уҙған донъя чемпионатында илдең йыйылма командаһы өсөн алтын миҙал яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Көрәш буйынса IV донъя чемпионаты һәм Билбау көрәше буйынса VIII донъя чемпионаты уҙҙы. Ярыштарҙа донъяның 20 иленән килгән спортсылар ҡатнашты. 90 килограмға тиклемге  ауырлыҡ үлсәмендә көрәш буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостан көрәшсеһе Наил Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Ныҡышмалы көрәштә ул алтын миҙал яуланы һәм донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Республикабыҙҙың башҡа көрәшселәре лә һынатманы. 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә ирекле стилдә билбау көрәше буйынса Рөстәм Арыҫланов икенсе, 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә классик стилдә Илфат Ибәтуллин өсөнсө урын алды, тип хәбәр итте «Башҡортостандың милли һәм билбау көрәше федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Вәкил Ильясов.

Вәкил Ильясов үҙе лә баш судья урынбаҫары сифатында көрәш буйынса донъя чемпионатында ҡатнашты, Башҡортостан вәкиле Ғәлим Лоҡманов ярыштарҙың төп секретары булды.