Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.16

EUR 63.64

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала туғыҙынсы индустриаль парк барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда туғыҙынсы индустриаль парк барлыҡҡа килде. «Велес» рәсми рәүештә ошо статусҡа эйә булды. Был турала төбәк Хөкүмәтенең бойороғо бар.

Майҙаны 8,3 гектар булған индустриаль парк Стәрлетамаҡтың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Бында машина эшләү предприятиелары тупланған. «Велес» металл эшкәртеү һәм ярҙамсы производстволар өлкәһендә производствоны урынлаштырыу буйынса махсуслаша, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат үҙәгендә.

Индустриаль парктың төп резиденты — «Стәрлетамаҡ механика заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, идара итеүсе компанияһы һәм проекттың инициаторы — «Магеллан» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Индустриаль парк биләмәһенең инженер-транспорт инфраструктураһын булдырыу буйынса бөтә сараларҙы һәм инвестиция сығымдарын проекттың инициаторы тормошҡа ашыра. Корпорация резиденттарҙы йәлеп итеү маҡсатында ошо майҙансыҡты республика биләмәһендә Файҙаланылмаған сәнәғәт майҙандары реестрына индергән.

Төбәктә туғыҙ майҙансыҡ индустриаль парк статусына эйә. 2020 йылға улар 25-тән кәм булмаҫҡа тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть