11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ноябрь 2015 йыл, 23:03

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яңы рәйес һайланды һәм резолюция проекты хупланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе итеп биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов һайланды.

«Мин — танылған башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ейәне. Ул үҙенең бөтә ғүмерен башҡорт халҡына арнаған. Хәҙер беҙҙең быуын килде. Мин халҡым именлеге өсөн ғүмеремде бирергә әҙермен. Хәҙерге ҡатмарлы заманда милләтебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ», — тине яңы рәйес.

Ҡоролтайҙың башҡарма комитетының яңы составына делегаттар иҫәбенән 60 кеше һайланды. Улар араһында Башҡортостан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре һәм башҡа дәүләттәрҙең вәкилдәре бар.  

Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тамамланды. Пленар өлөштән һуң алты секция ултырышында мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү дауам итте. Улар эшҡыуарлыҡты, туризмды, мәғарифты, мәҙәниәтте, башҡорт телендә киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү темаларына, башҡорт ғаиләһенең традицияларын һаҡлауға арналды.

Бөтә делегаттарға ла IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының резолюция проекты таратылды. Йомғаҡлау документында ҡоролтайҙың башҡарма комитетына, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына аныҡ тәҡдимдәр урын алған. Мәҫәлән, башҡорт халҡының хәҙерге хәле тураһында йомғаҡлау әҙерләү өсөн эксперт советын булдырыу, агротуризмды үҫтереү тураһында закон сығарыу инициативаһы менән сығыш яһау, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын күрһәтеү.

Дөйөм алғанда, проект хупланды, әммә 1 декабргә тиклем тәҡдимдәр ҡабул ителә.